Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Февраль 2021, 19:00

Башҡортостан 2020 йылда йәшәү сифаты буйынса Рәсәй төбәктәре рейтингында 29-сы урынды алды

Былтыр Рәсәйҙең күпселек төбәктәрендә йәшәү сифаты үҙгәрмәгән тиерлек. РИА Новости агентлығы әҙерләгән рейтингта тәүге өс урынды Мәскәү (82,164 балл), Санкт-Петербург (80,634) һәм Мәскәү өлкәһе (76,068) биләй.

Тикшеренеү мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан (50,009) 29-сы баҫҡыста тора, 2019 йылда республика 25-се урында ине.

Илдең 85 субъекты араһында һуңғы өс урында — Ҡарасәй-Черкес Республикаһы (27,693), Байкал аръяғы крайы (26,889) һәм Тыва Республикаһы (17,506).

Белгестәр Росстат, Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Финанс министрлығы, Үҙәк банк һәм башҡа асыҡ сығанаҡтарҙы файҙаланған.

Читайте нас: