«Участка алыу өсөн инвалидлыҡ тураһында документтарҙы ата-әсәләр үҙҙәре йыйырға тейеш. Аңлашыла, был ваҡыт, көс һәм аҡса талап итә. Даими иғтибарға һәм тәрбиәгә мохтаж инвалид бала ҡараған кешеләрҙән быны талап итеү дөрөҫ түгел. Бюрократик ҡатмарлыҡтарға бәйле граждандарға участка алыу ҡыйынлаша», — тип иҫәпләй Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.
Башҡортостан парламенты спикеры билдәләүенсә, ер биргән органдарға, ведомство-ара үҙ-ара эш итеү барышында, документтар йыйыу тиҙерәк һәм еңелерәк, шуға күрә был участканы рәсмиләштереүҙе тиҙләтергә тейеш.