Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар 2021, 18:00

92 кешегә сит илдән ҡайтҡандан һуң COVID-тест тапшырмағаны өсөн штраф һалынды

Башҡортостанда судтар 92 кешегә сит илдән ҡайтҡандан һуң Дәүләт хеҙмәттәре сайтында коронавирусҡа тест һөҙөмтәләрен урынлаштырмаған өсөн штраф һалған. Штрафтарҙың дөйөм суммаһы – 720 мең һумдан ашыу, тип хәбәр итте Роспотребнадзорҙың республика идаралығы.

Ведомствола белдереүҙәренсә, сит илдән ҡайтҡас, өс көн эсендә лабораторияла ПЦР ысулы менән COVID-19-ға анализ бирергә, уның һөҙөмтәһен Дәүләт хеҙмәттәре порталында баҫтырып сығарырға кәрәк. Һөҙөмтә әҙер булғансы, йәшәгән урында изоляция режимын үтәү талап ителә.

Талаптарҙы үтәмәгән өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған, ул граждандарға 15-40 мең штраф һалыуҙы күҙ уңында тота.

Читайте нас: