Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2021, 12:20

Радий Хәбировтың улына кем тип исем ҡушыуы билдәле булды

Радий Хәбировтың улына кем тип исем ҡушыуы билдәле булды. Был хаҡта ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

Башҡортостан Башлығының ғаиләһендә бәпес тыуҙы. Радий Хәбировтың улына кем тип исем ҡушыуы билдәле булды. Был хаҡта ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

«Бөгөн әсәйемә 88 йәш тулыр ине, һәм тап бөгөн Каринам миңә ул бүләк итте! Уның ҙур етәксе булыуын теләмәйем. Иң мөһиме, бәхетле булһын. Беҙ Карина менән уның өсөн нимә эшләй алабыҙ — Тимер тип исем ҡушырға. Ә ҡалғаны – минең өсөн республиканың бөтә балалары ла – минең балаларым. П.С.: бөтәһенә лә ҡотлауҙар өсөн рәхмәт!» — тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Сабыйҙың ауырлығы – 3,030 килограмм, буйы – 56 сантиметр. Бәхетле атай улы тыуғанда ҡатыны янында булды

Читайте нас: