«Республикала күпләп прививка яһау «ковидҡа ҡаршы паспорт» алыу менән бәйле. Был поликлиникала вакцина һалдырғандан йәки COVID-19 менән ауырығандан һуң «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында кешенең шәхси кабинетында булдырылған QR-код», — тип аңлаттты министр урынбаҫары.
Төбәк властары билдәләүенсә, антиесемдәр кимәлен билдәләү өсөн тест шәхси йә иһә эш биреүсенең аҡсаһына эшләнергә тейеш. «Ковидҡа ҡаршы паспорт» вакцинациянан һуң бер йыл, ә ауырығандар өсөн (антиесемдәр титры 10 берәмектән күберәк икән) өс ай ғәмәлдә була. Башҡортостанда индерелгән яңылыҡ тураһында ентеклерәк мәғлүмәт бында.