Сараның модераторы – педагогия фәндәре докторы, профессор Раил Әсәҙуллин. Министр менән һөйләшеүҙә ата-әсәләр берләшмәһе һәм белем биреү ойошмалары вәкилдәре лә ҡатнаша.
Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министрына һорауҙы бер нисә ысул менән 21 ғинуарға тиклем бирергә мөмкин:
– электрон почта адресына: [email protected];
– Мәғариф һәм фән министрлығының социаль селтәрҙәре аша;
– Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы йәштәр советының социаль селтәрҙәре аша.