“Татар информ” мәғлүмәт агентлығындағы бер матбуғат конференцияһында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшинға “Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа һин үҙеңде кем тип яҙҙыртырһың икән?” тигән һорау бирелә.
Иҫкәртеп үтәбеҙ: 2020 йылдың октябрендә уҙырға тейеш Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһы илдәге пандемияға бәйле күсерелде – ул быйыл апрелдә уҙасаҡ.
– Үҙемде “башҡорт” тип яҙҙырам, сөнки Башҡортостанда тыуғанмын, үҙем башҡорт һәм телем башҡорт, рухым башҡорт, йөрәгем башҡорт, – тип бик лайыҡлы яуап бирә йырсы.
Билдәле яҡташыбыҙ Өфө ҡалаһының Черниковка биҫтәһендә тыуған, ә тамырҙары Ғафури районына барып тоташа. Ул V класҡа тиклем тик башҡортса ғына һөйләшкән, рус телен йүнләп белмәгән.
Әгәр һеҙҙең тарихи тамырҙарығыҙҙы белгегеҙ килһә, быны “Башархив” проекты аша (https://basharchive.ru/) эшләй алаһығыҙ.