Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда «Ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» Башҡортостан законына индерелгән үҙгәрештәр ишле, шулай уҡ бәлиғ булмаған инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә, бушлай ер алыу өсөн иҫәптә торғандарға һайлау – бер тапҡыр түләнә торған 250 мең һум аҡса йәки ер участкаһы алыу мөмкинлеге бирелде.
Республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская Дәүләт Йыйылышының аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты ултырышында 2020 йылға республика бюджетынан граждандарға бер тапҡыр бирелгән аҡсалата түләү тураһында 200 таныҡлыҡ өсөн 50 миллион һум бүленеүе хаҡында һөйләне.
Ағымдағы йылдың 1 ғинуарына 200 таныҡлыҡтың 160-ы тапшырылған. Тағы 40 ғариза муниципаль берәмек хакимиәттәрендә.
Быйыл халыҡтың льготалы категорияларына бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү өсөн 400 таныҡлыҡҡа 100 миллион һум ҡаралған.