Ҡуҙы. Эш урынында һеҙҙе яңы статус көтә. Яңы мөмкинлектәр, өмөтлө пландар барлыҡҡа киләсәк. Аҡсаға ҡытлыҡ кисермәйәсәкһегеҙ. Тик сит ил аҡсаһы менән һаҡ булырға кәрәк. Юҡһа, алдаҡсылар ҡорбанына әйләнеү ҡурҡынысы бар. Һөйөклөгөҙ менән мөнәсәбәттәр тел-теш тейҙергеһеҙ. Сәләмәтлек мәсьәләһендә лә борсолорға урын юҡ. Шулай ҙа ыңғай фекер йөрөтөргә, юҡ-барға үҙегеҙҙе бөтөрмәҫкә өйрәнергә кәрәк.
Үгеҙ. Сабырлыҡты йыйып, бик ҡаты эшләргә әҙер тороғоҙ. Ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар аша уҙырға тура килер. Тик күңелегеҙҙе төшөрәһе түгел, барыһы ла әйбәт килеп сығасаҡ. Һөҙөмтәлә финанс муллығы менән ҡыуандырасаҡ. Ләкин эс бошҡандан ғына аҡса туҙҙырмау һәйбәт. Йәйен кәрәк әйберҙәргә байтаҡ аҡса талап ителәсәк. Мөхәббәт өлкәһендә ваҡыт-ваҡыт һары май булып ятырҙай тынлыҡ урынлашасаҡ. Шундай миҙгелдәрҙә күңелегеҙҙең ысынында нимә теләүенә төшөнәсәкһегеҙ. Балаларығыҙ үҙҙәренең уңыштары менән әленән-әле һөйөндөрөп торасаҡ. Сәләмәтлегегеҙ тәртиптә буласаҡ.
Игеҙәктәр. Яратҡан эшегеҙ ялҡыта башлар. Шуға күрә эш урынын алыштырыу теләге тыуыр. Әммә ашыҡмағыҙ. Сабырлыҡ төбө һары алтын, тигәнде иҫтә тотоп, эшләүегеҙҙе дауам итегеҙ. Шулай итеп, юғарыраҡ баҫҡысҡа ла менеп китәсәкһегеҙ. Аҡса мәсьәләһендә тәртип. Хеҙмәт хаҡығыҙ артасаҡ, премиялар йыш биреләсәк. Ләкин шикле эштәрҙән һаҡ булығыҙ. Туғандар араһында үпкә-рәнйештәр онотолор, асыҡтан-асыҡ эскерһеҙ һөйләшеү көтөлә. Шунан һуң бик еңел булып китәсәк. Сәләмәтлеккә килгәндә, ваҡ-төйәк сирҙең хроник ауырыуға әйләнеүе бар. Йәй аҙағы – көҙ башынан тормошоғоҙҙоң бөтә өлкәһендә ыңғай ғына килеп торасаҡ.
Ҡыҫала. Йыл башында бик ныҡ арыу һиҙелер, әммә бирешмәҫкә. Һеҙҙе бер кем дә ниәтегеҙҙән кире ҡайтара, юлығыҙға ҡаршы төшә алмаҫҡа тейеш. Алға ҡуйылған маҡсатығыҙға табан барығыҙ. Зарығып көтөлгән уңышҡа, һис шикһеҙ, ирешәсәкһегеҙ. Финанс өлкәһе өсөн борсолаһы юҡ. Йортоғоҙҙа йыл дауамында муллыҡ хөкөм һөрәсәк. Шулай ҙа бурысҡа аҡса биреп тормау хәйерле: аҡса алыусылар менән тауыш-ғауға сығыу ҡурҡынысы бар. Иммунитетығыҙҙы нығытыҙ.
Арыҫлан. Үҙгәрештәр осоро етә. Эштән ҡәнәғәтһеҙлек хисе көсәйгәндән-көсәйә барасаҡ. Элекке эш урынында ҡалырғамы, әллә инде яңыһын табырғамы – икенең береһен һайлап алырға кәрәк буласаҡ. Хафаланмағыҙ: эске һиҙемләүегеҙ бик дөрөҫ ҡарарға килергә ярҙам итәсәк. Аҡсаны юҡ-барға исраф итмәгеҙ. Ҡайһы берәүҙәр бик ғашиҡ булырға мөмкин. Әммә был ғаиләләрҙе тарҡатыуға уҡ барып етмәйәсәк. Дуҫтарығыҙ һәм туғандарығыҙ һөйөндөрәсәк. Улар бик күп ярҙам ҡулы һуҙасаҡ. Сәләмәтлек мәсьәләһендә иң элек дөрөҫ туҡланыуға иғтибар итергә кәрәк.
Ҡыҙ. Ваҡытлыса ауырлыҡтар арҡаһында эш алыштырыуға тиклем барып етмәҫкә! Бер аҙ түҙһәгеҙ, барыһы ла элекке эҙенә ҡайтасаҡ. Хеҙмәттәштәрегеҙ менән үҙ-ара аралашыуҙа ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар килеп сығырға мөмкин. Әммә әҙәпле һәм тыйнаҡ булыуығыҙ тауыш сығыуҙан ҡотолоу мөмкинлеге бирәсәк. Йыл башында аҡса менән проблемалар килеп сығырға мөмкин. Уйланылмаған сығымдар күп – шуға шулай. Борсолмағыҙ: йыл уртаһында финанс хәлегеҙ бик ныҡ яҡшырасаҡ. Ғаиләлә тыныслыҡ. Яңғыҙҙар үҙҙәренең мөхәббәтен табасаҡ. Бәхетегеҙҙе ҡулдан ысҡындырмағыҙ! Яҙмыш һеҙҙе һәйбәт кеше менән ҡауыштырасаҡ. Сәләмәтлеккә килгәндә, уның тураһында артығын ҡайғыртаһығыҙ, юҡтан ғына ла үҙегеҙҙән төрлө сирҙәр “табағыҙ”, шуға... йыш ауырыйһығыҙ.
Үлсәү. Һеҙҙең өсөн бик уңышлы йыл. Эштәрегеҙ күп буласаҡ һәм улар үҙегеҙгә иҫ киткес ҙур ҡәнәғәтлек хистәре килтерәсәк. Яңы таныштарығыҙ аҡсалыраҡ эшкә күсеүҙә ҙә йәки юғарыраҡ вазифаға күтәрелергә ярҙам итәсәк. Етәксегеҙ һәр бер эшегеҙҙе тейешенсә баһалаясаҡ. Ҡыҫҡаһы, хеҙмәт хаҡы ла шәп, премияларға ла өмөт итеп буласаҡ. Көҙөн яҡындарығыҙ үҙегеҙҙе ҡиммәтле бүләк менән ҡыуандырасаҡ. Ғаиләлә – именлек. Әммә эш кенә булмаһын. Һөйөклөгөҙ, балаларығыҙ тураһында ла онотмағыҙ. Сәләмәтлек өсөн борсолорға тура килмәйәсәк. Шулай ҙа иммун системаһын нығытыу өсөн һыу менән дуҫ булыу – йышыраҡ мунса кереү, бассейнға йөрөү, ҡойоноу яҡшы.
Саян. Һеҙҙе бик ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға бай йыл көтә. Көс-ҡеүәтегеҙ ташып торасаҡ. Эшлекле, булдыҡлы булыуығыҙ күптәрҙе көнләштерәсәк. Шуның арҡылы ҙурыраҡ вазифаға күтерелеп ҡуйыу ихтималы ҙур. Аҡсаға килгәндә, етәксегеҙ уңыштарығыҙҙы күрәсәк, әммә хеҙмәт хаҡын арттырырға атлығып тормаясаҡ. Шуға күрә был мәсьәләлә үҙегеҙҙең беренсе булып әйтеүегеҙ зыян итмәйәсәк. Ситтән аҡса эшләү юлдары ла сығып торасаҡ.
Уҡсы. Эштә баш әйләндергес уңыштарға ирешәсәкһегеҙ. Әммә уяуыраҡ булығыҙ. Эргәгеҙҙә көнсөлдәр һәм үҙегеҙҙе дошман күреп йөрөүселәр пәйҙә булыуы бар. Улар менән асылып һөйләшә күрмәгеҙ. Серҙәрегеҙҙе бары тик яҡындарығыҙға ғына сисегеҙ. Аҡса тигәндә, һанағанды яратыуын беләһегеҙ, шуны онотмағыҙ. Был мәсьәләлә әллә ни ҙур ҡыйынлыҡтар булмаһа ла, артығын сығармау хәйерлерәк. Кредиттарығыҙ өсөн борсолаһы юҡ: улар хатта ваҡытынан алда түләнеп бөтәсәк. Ғаиләлә үтә лә бәхетле, тыныс, мул осор етәсәк. Һөйөклөгөҙ тик күтәреп кенә йөрөтмәйәсәк – үҙегеҙҙе ярты һүҙҙән аңлаясаҡ, байрамдарҙа затлы бүләктәр менән ҡыуандырасаҡ. Сәләмәтлек тә әллә ни һынатмаясаҡ.
Кәзәмөгөҙ. Проблемаларҙың осона сығыу өсөн үтә һәйбәт мөмкинлектәр асыласаҡ. Хеҙмәттәштәрегеҙҙең ярҙамы ҙур буласаҡ. Бары тик уларға өҫтән генә ҡарамаҫҡа... Аҡса янсығы ла йыл дауамында ҡыштырҙап торған ҡағыҙҙарҙан өҙөлмәйәсәк. Шуның арҡаһында барлыҡ бурыстарҙан, хатта ҙур ғына кредиттарҙан да ҡотола аласаҡһығыҙ. Ләкин аҡсаны шикле эштәргә йәлеп итеүҙән һаҡ булығыҙ. Бәхеткә, ғаилә тормошонда бер ниндәй тетрәнеүҙәр көтөлмәй, киреһенсә, мөнәсәбәттәр нығынып, йылы хистәр көсәйәсәк. Сәләмәтлеккә килгәндә, аяҡ өҫтө уҙҙыра торған ваҡ-төйәк сирҙәрҙән ҡала, башҡа бер ни борсомаясаҡ.
Һыуғояр. Эштә барлыҡ “баш ауыртыуҙар” уҙғанда ҡаласаҡ. Яҡшы хеҙмәт хаҡы алып эшләүсе хеҙмәткәргә әйләнәсәкһегеҙ. Шуға күрә финанс мәсьәләләрендә ал да гөл буласаҡ. Ғаиләлә лә борсоуға һалырлыҡ бер ни булмаясаҡ. Ә инде балаларығыҙҙың күңелле мәшәҡәттәре яҡты киләсәккә ҙур өмөттәр уятасаҡ. Бынан тыш, йәй урталарындағы бер ваҡиға матди хәлегеҙҙең яҡшырыуына ишаралаясаҡ. Сәләмәтлек мәсьәләһендә былайыраҡ: организмығыҙҙы тыңларға өйрәнегеҙ. Туҡланыуға иғтибарлы булығыҙ, спорт, физик күнегеүҙәр менән шөғөлләнергә тырышығыҙ.
Балыҡ. Аҡрын барған, тиҙ етәр. Һеҙҙең өсөн был йыл тап шундай. Эштәрегеҙҙе бик ентекләп планлаштырып, ашыҡмайынса башҡарһағыҙ, маҡсатығыҙға ирешмәйенсә ҡалмаясаҡһығыҙ. Аҡса кеҫәгеҙгә үҙе үк керәм-керәм тип торасаҡ. Яҙмышығыҙ ҡиммәтле бүләктәр һәм матди сюрприздар менән ҡыуандырасаҡ. Ғаилә мәсьәләһендә былайыраҡ: тормошоғоҙҙоң ҡалған барлыҡ өлкәләрен күләгәлә ҡалдырасаҡ ул. Яҡындарығыҙ һәм балаларығыҙ менән аралашыу ҙур ҡәнәғәтлек хисе бирәсәк. Дөйөм алғанда, ваҡытты ғаилә усағында уҙҙырыуҙан да яҡшыһы булмаясаҡ. Йыл уртаһында яңғыҙ Балыҡтар үҙҙәренең мөхәббәтен осратасаҡ. Сәләмәтлек тә насар булмаясаҡ.