Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Декабрь 2020, 01:04

ҠОРОЛТАЙ УЛТЫРЫШЫ

Бөгөн Салауат районы башҡорттары ҡоролтайы ултырышы үтте. Унда мөһим ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды.

Бөгөн Салауат районы башҡорттары ҡоролтайы ултырышы үтте. Унда мөһим ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды.
Сарала Салауат районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Марат Ғилманов ҡатнашты. Район башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Көнһылыу Ғәлиева 2020 йылға һәм республикала үткән Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһаны. Ул йәмәғәт ойошмаһының эшендә әүҙем ҡатнашҡан ҡоролтай ағзаларын Рәхмәт хаттары менән билдәләп үтте. Ултырышта ойошмаға яңы ағзалар һайланды.
Башҡарма комитет рәйесе Көнһылыу Ғәлиева, 2021 йылда үтәсәк Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса Салауат районы вәкиле эшен башҡарыу сәбәпле, үҙенең был йәмәғәт вазифаһынан китергә теләүен белдерҙе. Район башҡорттары ҡоролтайы ултырышында ҡатнашыусыларҙың тәҡдиме буйынса өс кандидат тауыш биреүгә ҡуйылды. Һөҙөмтәлә Башҡарма комитет рәйесе итеп "Йүрүҙән" гәзитенең баш мөхәррире Айҙар Ноғаманов һайланды.
Тулыраҡ: "Йүрүҙән" гәзитендә.
Читайте нас: