Башҡортостандағы Яңы йыл календарына ярашлы, бөгөн Йомшаҡ шыршыҡай һәм бүләктәр көнө билдәләнде. Балаларға Башҡортостан Башлығы һәм район хакимиәте башлығының бүләктәре тапшырылды. Иртәгә, 26 декабрҙә, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу көнө үтә. Малаяҙ ауылында Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар парады һәм бәйгеһе була. 27 декабрҙә – Батырҙар көнөндә Малаяҙҙа үҙәк майҙанда – спорт уйындары, Балалар ижады йортонда – милли көрәш буйынса ярыш, Арҡауылда "Беҙҙең Харис Йосопов" күргәҙмәһе ойошторола. 28 декабрҙә – Туған телдә Яңы йыл ҡотлауҙары көнө, 29-ҙы – Хаттар, асылмалар, посылкалар көнө, 30 декабрҙә Урам карнавалы көнө үтә.