Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2020, 11:50

Өфөлә яңы йыл төнөндә йәмәғәт транспортының эш графигы иғлан ителде

31 декабрҙән 2021 йылдың 1 ғинуарына ҡарай төндә Башҡортостандың баш ҡалаһында йәмәғәт транспорты таңғы 4-се 30 минутҡа тиклем эшләй. Өфө хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә мэрияның транспорт һәм бәйләнеш идаралығы етәксеһе урынбаҫары Владимир Петров ошо хаҡта хәбәр итте.

«31 декабрҙә киске сәғәт 10-дан 1 ғинуар таңғы 4-кә тиклем 20 минут ара менән 290-сы яңы йыл маршруты хәрәкәте ойошторола. Ошо автобустарҙа Инорс биҫтәһендә, «Өфө моторҙар эшләү берекмәһе» мәҙәниәт һарайы алдында, Орджоникидзе, Ленин исемендәге майҙанда, УЗЭМИК һарайы алдында, Совет һәм Салауат Юлаев майҙандарында урынлашҡан боҙ ҡаласыҡтарына барып етергә мөмкин», — тине чиновник.

Ҡала Советы алдындағы майҙанда байрам салюты була. Унан һуң өфөләрҙе «Ҡала Советы» һәм «Дәүләт циркы» туҡталыштарында автобустар көтә.

Яңы йыл байрамдарында Өфөлә йәмәғәт транспорты ял көнө графигы буйынса йөрөй.

Читайте нас: