+1 °С
Болотло
7 ноябрҙә 47-се поликлиниканың ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы акушеркаһы Гөлнара Зәрәфетдинова вафат булған.
«Ул һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға тырышты, үҙ эшен ныҡ яратып, бар күңелен һалып башҡарҙы. Яратҡан әсәй, өләсәй, ҡыҙ, апай, ҡатын һәм һәйбәт дуҫ. COVID-19 уны аяманы, ә уның бик йәшәгеһе килде», — тип яҙалар төркөмдә.
Ике аҙна үткәс, 25 ноябрҙә Гөлнараның ире Виктор Товстюк донъя ҡуйған, улар икеһе лә дауаханала ятҡан. Уға 68 йәш булған. Хәбәр ителеүенсә, улар яңыраҡ, 3 октябрҙә, 20 йылға яҡын бергә йәшәгәндән һуң никахҡа ингән