"Роспотребнадзор"ҙың тикшереүе һөҙөмтәһендә эпидемиология ҡағиҙәләренең тупаҫ боҙолоуы асыҡланған. 11-се класс уҡыусыһы киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы билдәләре менән сирләгән көйө бер нисә көн дауамында мәктәпкә йөрөгән. Уның коронавирус сирен йоҡтороуы асыҡланған. Баланы ваҡытында дәрестәрҙән азат итмәгәндәр, башҡа уҡыусылар менән аралашыуҙы тыймағандар.
Тикшереү башҡа тәртип боҙоуҙарҙы ла асыҡлаған. Сирле баланың кем менән бәйләнештә булыуы күҙәтелмәгән, йоғошло ауырыуҙарҙы теркәү журналында бер мәғлүмәт тә булмаған. Суд шәфҡәт туташын ғәйепле тип тапҡан һәм 7,5 мең һум күләмендәге штрафҡа тарттырған.