«ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған водителде туҡтатып, уны мәғлүмәттәр базаһы буйынса тикшерәләр. Бынан алда һалынған штрафты түләмәүе асыҡланһа, административ материал төҙөлә», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.
Судта ғәйеплене 15 тәүлеккә ҡулға алырға мөмкиндәр.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2020 йылдың башынан 9,5 меңдән ашыу ошондай водитель яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Түләнмәгән штраф тураһында мәғлүмәтте ЮХХДИ рәсми сайтында йәки дәүләт хеҙмәттәре порталында алырға була, унда шулай уҡ штрафты тәүге ике аҙнала 50% ташлама менән менән түләү мөмкинлеге бар. Штрафты ҡарар законлы көсөнә ингәндән һуң 60 көн эсендә түләргә кәрәк.