Салауат районында 60 ауыл бар, уларҙа ике кешенән (Ҡыҙырбаҡ ауылы) алып 5 257 кешегә тиклем (район үҙәге – Малаяҙ ауылы) халыҡ йәшәй. Мөрсәлим (2 168), Арҡауыл (1186), Нәсибаш (1005), Янғантау (1044) ауылдарында меңдән артыҡ кеше иҫәпләнә. 400-ҙән 800-гә тиклем кеше Әлкә, Лағыр, Лаҡлы, Татар Малаяҙы, Мәсетле, Ахун, Миәшәгәр, Таймый, Тирмән, Торналы, Комсомол ауылдарында тәшкил итә. Юлай, Мәхмүт, Свобода, Елгилде (Әнйәк), Мөсәт, Урҙалы ауылдарында 100 кешенән алып 400 кеше йәшәй. Иҡтисади һәм социаль планда һәр ауылдың көнитмеше үҙенсәлекле.
Район ауылдарының урам исемдәренә туҡталып китке килә. Ябай урам атамалары ҡыҙыҡлы факттар аса.
Районда барлығы 424 урам теркәлгән. 7 ауылдың берҙән-бер урамы, атамаһы ла – Үҙәк урамы. Иң күп урамдар Малаяҙҙа – 75, Мөрсәлимдә – 34 һәм Арҡауылда – 17. Иң күп урамдарҙың атамаһы Үҙәк, улары – 38 һәм Мәктәп – ундайҙар 28.
Совет заманы атамаларынан башлайыҡ. Ҙур ҡалаларҙан айырмалы, Малаяҙҙа һәм Мөрсәлимдә Коммунистик, дүрт ауылда Совет, бер нисәһендә Первомайский, берәр – Ленин, Крупская, Киров, Ҡыҙылармеецтар, Комсомол, Октябрь, Еңеү, Колхоз, СССР-ҙың 60 йыллығы урамдары һаҡланып ҡалған. Шуныһы ҡыуаныслы, яҡташтарыбыҙ үҙ ауылдарының тарихын ҡәҙерләп һаҡлай, шуға ла ауылдарының билдәле, күренекле шәхестәренең исемдәрен мәңгеләштерергә тырыша. Мәҫәлән, райондың ун ауылындағы урамға башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев исеме бирелгән. Сулпан ауылындағы Коммунарҙар урамы ауыл тарихы менән туранан-тура бәйле; Шәрип ауылының Парт-Мурза урамы – Граждандар һуғышы геройы исеме, был ауылдың тәүге волревкомы. Юлай ауылының Татар урамы Кушнаренко районы Ҡара тәкә ауылының күскенселәре менән бәйле. Көҫәпәйҙең Соколов урамы – элекке хутор.
40 урам атамаһы – тыуған республикаһы, районы, ауылы үҫешенә индергән ҙур өлөштәре өсөн һәйкәл. Улар араһында киң билдәле шәхестәр ҙә, ауыл эсендә генә танылыу яулағандары ла бар. Арҡауылдарҙың Советтар Союзы Геройҙары Абдрахман Ғәйфуллин һәм Алексей Головин, халыҡ шағиры Рәми Ғарипов, Дан орденының тулы кавалеры Фәррух Харисов, Торналынан Петр Пепеляев рәсәйлеләргә яҡшы таныш. Егор Габов, Хәйрулла Яруллин, Салауат Рәхимов исемдәрен арҡауылдар ни өсөн биргән? Кемдәр улар? Миндештән Хажиев, Яхъянан Ғәйфуллин, Сәғәҙиев, Сәләхов, Таймыйҙан Мөхәмәтшин һәм Ишбулат, Әй ауылынан Кувамов. Райондың күренекле кешеләре, тарихы ҡайҙа һаҡлана, ҡайҙа уны күрергә мөмкин?
Тағы ла ауыл урамдарына дәүерҙең билдәле башҡорт һәм Рәсәй яҙыусылары, шағирҙары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре исемдәре лә бирелеүе яҡшы күренеш. М. Кәрим, Ғ. Туҡай, Н. Иҫәнбәт, М. Ғафури, М. Йәмил, З. Биишева, М. Аҡмулла, З. Вәлиди, А. Матросов, Гагарин, Титов, Шайморатов генерал һ.б.
Шулай уҡ тәбиғәттән, тирә-яҡтан алынған урам исемдәре лә бик әүҙем ҡулланыла. Мәҫәлән, йылға исемдәре: Йүрүҙән, Әй, Яр, Бирҙәш, ағас атамалары – Саған, Тирәк, Урман. Малаяҙ ауылының яңы микрорайоны “тау арты” – “за бугром” тип атала. Унда Миләшле, Алмалы, Ҡайынлы, Ерекле, Ҡарағайлы урамдары бар.
Һуңында номинациялар билдәләп үтергә булдым: “Иң рухлы Салауат районы ауылы” – Арҡауыл һәм Яхъя ауылдары, “Ауыл атамаларында тарихи тамырҙарға тоғролоҡ” – Башҡорт Илсекәйе. Унда борондан килгән атамалар һаҡланған: Саған, Ҡыҙыл яр һ.б.