Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Декабрь 2020, 14:20

Бөгөн Башҡортостан Башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова тыуған көнөн билдәләй

Бөгөн, 9 декабрҙә, Башҡортостан Башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова тыуған көнөн билдәләй.

Бөгөн, 9 декабрҙә, Башҡортостан Башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова тыуған көнөн билдәләй.
«Башҡортостанда бер ҡасан да шул тиклем матур, мөләйем, шуның менән бергә йәмәғәт эше менән әүҙем шөғөлләнгән беренсе леди булғаны юҡ ине, — тип яҙҙы социаль селтәрҙә «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров. — Һуңғы ике йылда республикала «Ҡатын-ҡыҙ бәхете территорияһы»; «Беҙҙең өйҙөң йәме»; «Аксаков шыршыһы»; «Ус төбөндәге бәхет»; «Кескәй принцессалар балы» һәм тәү сиратта әсәләргә, балаларға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән башҡа мөһим социаль проекттар барлыҡҡа килде, хәҙер республика үҫешен уларһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын».

Шуны ла әйтеп үтәйек: Каринэ Хәбированың биографияһында хәйриәлек мөһим урынды биләй. Республика етәксеһенең хәләл ефете бер нисә социаль проекттар өсөн яуаплы, форумдарҙа, социаль учреждениеларҙы асыуҙа ҡатнаша.

2019 йылдың авгусынан уның башланғысы менән республика ҡала-райондарында «Ҡатын-ҡыҙ бәхете территорияһы» проекты тормошҡа ашырыла. Гүзәл заттарға һаулыҡ, матурлыҡ, балалыҡ, әсәлек, сәнғәт, стиль, үҫеш, эшҡыуарлыҡ тураһында лекция уҡыйҙар. Академия ҡатын-ҡыҙҙарға уңышҡа өлгәшергә һәм бәхетле булырға ярҙам итә.

Шулай уҡ Башҡортостан Башлығының хәләл ефете һәм «Вся Уфа» телекомпанияһы «Беҙҙең өйҙөң йәме» проектын башлап ебәрҙе. Уның төп маҡсаты – балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәргә яратҡан ата-әсә һәм ғаилә табыу. Телеканал етем балалар тураһында видеояҙмалар әҙерләй, уларҙың яҙмышы һәм хыялы хаҡында һөйләй, роликтарҙы эфирҙа күрһәтә һәм интернетҡа һала. Проект ярҙамында 35 бала ата-әсәле булыу бәхетенә иреште.

Читайте нас: