Уларға көндөҙгө сәғәт 11-ҙән төшкө 1-гә тиклем урамда йөрөргә йәки магазинға барып килергә рөхсәт ителә.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының оператив мәғлүмәттәре буйынса, сикләүҙәр индерелгәндән һуң ололар араһында коронавирус инфекцияһы менән ауырыу кимәле 10% тиерлек кәмегән. Ошо категорияға ҡараған граждандарҙың COVID-19 билдәләре менән медицина ойошмаларына мөрәжәғәттәре лә аҙайған. Мәҫәлән, уҙған тәүлектә республикала COVID-19 йоҡтороуҙың 142 осрағы теркәлгән. Сирлеләрҙең дөйөм һаны – 14 548 кеше. Шул уҡ ваҡытта 12 140 пациент һауыҡҡан, уларҙың 131-е – һуңғы тәүлектә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда 65 йәштән өлкәндәр өсөн мотлаҡ изоляция режимы декабргә 31 тиклем оҙайтылды.