Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Декабрь 2020, 13:00

Физик мөмкинлектәре сиклеләр Президентҡа тәҡдимдәрен еткерҙе

Улар араһында Башҡортостанда йәшәүсе билдәле спортсы, Һауа-десант ғәскәрҙәре казармаһы емерелеү арҡаһында аяҡһыҙ ҡалған Рөстәм Нәбиев та булды.

Улар араһында Башҡортостанда йәшәүсе билдәле спортсы, Һауа-десант ғәскәрҙәре казармаһы емерелеү арҡаһында аяҡһыҙ ҡалған Рөстәм Нәбиев та булды.
Рөстәм Илгиз улы ил башлығын үҙенең ғаиләһе менән таныштырып, был тормошта юғалып ҡалмауы, быйыл донъяла тәүге булып, ике аяғы ла булмаған килеш, ҡулдары менән генә эш итеп, Эльбрусҡа күтәрелеүе тураһында һөйләне. Киләһе йыл тағы ла бейегерәк тауҙы — Гималайҙы яуларға йыйыныуы хаҡында ла әйтте блогер. Һәм ошондай сәфәрҙәр барышындағы ҡаһарманлыҡты видеоға төшөрөүсе махсус төркөм эшләһә ине, тигән теләктәрен еткерҙе. “Инвалидтарҙың мөмкинлектәре сикле түгел, бары йәшәргә теләк булһын”, — тине батыр йөрәкле егет.
Читайте нас: