Ҡулдан төшмәгән кеҫә телефоны бактерияларҙың һәм вирустарҙың – төрлө инфекция ҡуҙғытыусыларҙың төп сығанағы булыуы ихтимал.
Мобиль телефон аша инфекция йоҡтороу сәбәптәре:
*гаджет йыш ҡына ҡулдан-ҡулға тапшырыла, хужаһы уны тотор алдынан һәр ваҡытта ла ҡулын йыумай;
*һөйләшкәндә биткә яҡын килтерәләр;
*телефон хужаларының күбеһе, ватылыр тип ҡурҡып, уларҙы бер ҡасан да таҙартмай;
*күптәр телефондарын үҙҙәре менән бәҙрәфкә алып инә, ә был урын төрлө ҡуҙғытыусыларға бик «бай».