Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса, юғары уҡыу йорттары студенттарына һәр айға – 10 мең, ә урта профессиональ медицина белеме программалары буйынса уҡығандарға ете мең һум түләнә.
Студенттарға ноябрь өсөн аҡсаны – декабрҙә, ә декабрь түләүҙәрен йылдың аҙаҡҡы эш көнөнән дә һуңға ҡалмайынса күсерергә тейештәр, тип хәбәр итте «Российская газета».
Әлеге ваҡытта Башҡортостан дауаханаларында һәм поликлиникаларында төрлө вазифаларҙа 1 200-ҙән ашыу ординатор эшләй. Агентлыҡ хәбәр иткәнсә, октябрҙә терапевтарҙың эше күп булыуына бәйле Башҡорт дәүләт медицина университетынан 150 студент-ординатор һәм юғары курс студенттары Өфө поликлиникаларына эшкә ебәрелде. Резервта тағы 200 студент бар, улар медицина ойошмаларының һорауы буйынса эшкә тотонорға әҙер.