-2 °С
Болотло
Президент Владимир Путин эш сәфәре менән Төмән өлкәһенең Тобольск ҡалаһына килде.
Дәүләт башлығы Рәсәйҙең иң ҙур нефтехимик комплексында — "ЗапСибНефтехим" комбинатында булды.
Уның дөйөм ҡеүәте- йылына 2 миллион тонна полимерҙар, ул донъяла база полимерҙары етештереү буйынса тәүге бишәүҙәр иҫәбенә инә. Рәсәй Президенты үҙәк оператор комбинатын ҡараны, әҙер продукция өлгөләре менән дә танышты.
Әйткәндәй, "ЗапСибНефтехим" — "СИБУР" компанияһы проекты. Уны төҙөү 2019 йылда тамамланғайны.