Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ноябрь 2020, 00:24

ШЫРШЫ УТТАРЫН ҠАБЫҘҘЫ!

Бөгөн Малаяҙ ауылындағы төп шыршыға гирляндалар эленде.Ул үҙәк майҙанда төнөн, матур уттарын балҡытып, емелдәп яна.

Бөгөн Малаяҙ ауылындағы төп шыршыға гирляндалар эленде. Ул үҙәк майҙанда төнөн, матур уттарын балҡытып, емелдәп яна.
Яңы шыршыны Урмантау яҡтарынан килтерҙеләр. Уның бейеклеге – 23 метр! Шыршыға Малаяҙ электр селтәрҙәре хеҙмәткәрҙәре иллюминациялар элде, сағыу уйынсыҡтар менән биҙәне. Үҙәк майҙан байрам төҫөн алды.
Әйтергә кәрәк, быйыл район үҙәгендәге төп шыршы алдағы йылдарҙан күпкә иртәрәк ҡуйылды. Оҙаҡламай бында боҙ ҡаласығы ла эшләнәсәк.
Читайте нас: