+4 °С
Болотло
Кисә Президент Владимир Путин Һалым хеҙмәте етәксеһе Даниил Егоров менән осрашты.
Һуңғы йылдарҙа һалым түләүгә гарждандар яуаплы ҡарай, тип белдерҙе Даниил Егоров. Әйтәйек, үткән ун айҙа килемдән һалым түләү 4 процентҡа артҡан. Үҙ сиратында һалым хеҙмәте йылдан-йыл тикшереүҙәрҙе кәметә. Әгәр 2010 йылда 70 мең тикшереү үткәрелһә, былтыр ул ни бары 9 мең генә булған.
Шуны иҫкәртеп китеү урынлы булыр: 1 декабргә тиклем милек, транспорт һалымдарын түләп ҡуйырға онотмағыҙ.