+4 °С
Болотло
Был күрһәткес буйынса республика илдә – дүртенсе, Волга буйы төбәктәре араһында — алдынғы урында.
Ләкин быйыл туғыҙ айҙа, ғинуарҙан сентябргә тиклем, республикала 2019 йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда тыуымдың 2,3 процентҡа кәмеүе теркәлгән. Быйыл әлеге осорҙа 30 934 сабый донъяға килгән, былтырғыға ҡарағанда 720-гә аҙыраҡ (31 654).
Сабыйҙарҙың үлем осраҡтары аҙайған. Йыл башынан сентябргә хәтлем бер йәшкәсә 172 бала вафат булған (2019 йылдың ошо уҡ осоронда – 211).