Салауат ауыл хакимиәте хеҙмәткәре Денис Фәйзуллин һөйләүенсә, 21 метр бейеклектәге шыршыны Урмантау ауылы яғындағы урманда киҫкәндәр. Уны юл-патруль хеҙмәте автомобиле оҙатыуында “Урал “ машинаһында Малаяҙға килтерҙеләр. Урман һылыуын үҙәк майҙанға автокран менән күтәреп ҡуйҙылар. Киләһе аҙнала “Малаяҙ электр селтәрҙәре” МУП-ы хеҙмәткәрҙәре шыршыға гирляндалар эләсәк. Артабан ул ҡупшы итеп биҙәләсәк. Ә декабрҙә иһә бында боҙ майҙансығы эшләргә тотонасаҡтар. Тиҙҙән етәсәк Яңы йылға әҙерлек башланды.