0 °С
Болотло
Штрафты ҡарар көсөнә ингәндән һуң 60 көн эсендә түләргә кәрәк. Юғиһә уны икеләтә күләмдә тура килә. Бындай ҡануниәт бурыслы водителдәрҙе 15 тәүлеккә ултыртыу мөмкинлеген күҙ уңында тота. Штрафты ҡарар сығарылған көндән башлап 20 көн эсендә түләгән осраҡта, штрафтың суммаһынан 50 процент ҡына түләргә мөмкин.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре бөтә водителдәрҙе бурысы булыу-булмауға тикшерә.
Түләнмәгән штраф тураһында мәғлүмәтте ЮХХДИ рәсми сайтында йәки дәүләт хеҙмәттәре сайтында алырға була.