

Рәсәйҙә Tvil.ru ял итеү өсөн торлаҡ бронләү сервисы социаль селтәрҙә халыҡтың яңы йыл байрамдарына пландары менән ҡыҙыҡһынған.
Һорауға яуап биргән рәсәйҙәрҙең күпселеге йәки 64% ашыуы яңы йыл байрамдарында өйҙә ҡаласағын белдергән.
Респонденттарҙың 15% тиерлек үҙҙәренең төбәгендә ял итергә йыйына. Рәсәйҙәрҙең 12% илдең башҡа төбәктәренә сәйәхәткә сығырға ниәтләй.
Рәсәй халҡының 5% ғына Яңы йылды сит илдә (авиабәйләнеш асылған урында) ҡаршы алырға план ҡора. Тағы ла 4% ашыу ватандашыбыҙ был ваҡытта дачаға бара.