Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ноябрь 2020, 14:00

Тротуар һәм светофор булыуы мотлаҡ

Салауат районы прокуратураһы талабы буйынса суд БР Юл хужалығы идаралығын, 8 ауыл биләмәһе хакимиәтен белем биреү учреждениелары эргәһенә тротуарҙар эшләүҙе һәм светофорҙар ҡуйыуҙы мәжбүр итте.

Салауат районы прокуратураһы талабы буйынса суд БР Юл хужалығы идаралығын, 8 ауыл биләмәһе хакимиәтен белем биреү учреждениелары эргәһенә тротуарҙар эшләүҙе һәм светофорҙар ҡуйыуҙы мәжбүр итте.
Район прокуратураһы тикшереү барышында райондың белем биреү учреждениеларына яҡын автомобиль юлдарында тротуарҙар һәм бер секциялы һары яныусы светофорҙар булмауын асыҡланы. БР Юл хужалығы идаралығы, 8 ауыл биләмәһе хакимиәте адресына күрһәтмә индерҙе. Улар ҡаралды һәм ҡәнәғәтләндерелде, әммә етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса аныҡ саралар күрелмәне.
Район прокуратураһы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенән, Салауат районы хакимиәтенән ошо эштәрҙе башҡарыуға аҡса бүлдереүҙе мәжбүр итеүе талабы менән судтарға мөрәжәғәт итте. Прокурорҙың талабы ҡәнәғәтләндерелде. Суд ҡарарының аныҡ үтәлеше район прокуратураһы контролендә.
Читайте нас: