+17 °С
Облачно


Бинаның дөйөм майҙаны өс мең квадрат метрға яҡын буласаҡ. Бында алты төркөм, шул иҫәптән кескәйҙәр өсөн дә ике төркөм буласаҡ.
Бөгөнгө көндә объектта эштәр көсәйтелгән, төҙөүселәр хатта ял көндәрендә лә эшләй. Төп төҙөлөш эштәре тамамланған, бинала эске биҙәкләү эшгтәрен бөтөрәһе, электр йыһаздарын, мебель урынлаштыраһы, шулай уҡ территорияны төҙөкләндерәһе ҡалған. Балалар баҡсаһы территорияһы тигеҙләнәсәк, балалар майҙансыҡтарында резина япма буласаҡ. Бөтә тышҡы эштәрҙе яҡын арала тамамларға ниәтләйҙәр. Балалар баҡсаһы йыл аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.