Һауа температураһы төндә -4, -9 градустан -8, -13, аяҙытҡанда -15, -20 градусҡаса түбәнйә, көндөҙ -1, -6-ҙән -7, -12 градус була.
Аҙна аҙағында Башҡортостан биләмәһендә антициклон урынлаша, температура артабан түбәнәйә, яуым-төшөм ихтималлығы аҙ. Әлегә ҡар ҡатламы йоҡа булғанлыҡтан, һыуыҡтың үҫемлектәргә зыян килтереүе мөмкин, тип иҫкәртә синоптиктар.
10 ноябрҙә Башҡортостанда бөтә ерҙә лә тиерлек ҡар яуҙы, 1-15 сантиметр бейеклектәге ҡар ятты. Әлеге ваҡытта ҡайһы бер көнбайыш райондарҙа һәм Урал аръяғында ҡар юҡ.