+4 °С
Болотло
Ҡарабах бына инде өс тиҫтә йылға яҡын Кавказдың ҡанһыраған яраһы булып тора. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында оҙайлы бәрелештәрҙән һуң Әжербайжан шаҡтай үҙ биләмәһен, шулай уҡ СССР осоронда был союз республикаһына ҡараған Ҡарабах автономияһын юғалтҡайны. Өс йөҙ илле меңгә яҡын кеше йәшәгән урындарын ташлап китергә мәжбүр булды.
Һуғыш 27 сентябрҙә башланды. Әжербайжан хәрби көстәренең уңышлы һөжүме һөҙөмтәһендә байтаҡ биләмәләрҙән ҡаршы яҡ ҡыҫып сығарылды. Шуша ҡалаһын алыу Әрмәнстан яғын килешеүгә барырға мәжбүр итте.