Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ноябрь 2020, 12:40

COVID-19 ӨСӨН ХАС БУЛҒАН ТӘН ТЕМПЕРАТУРАҺЫ

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш пульмонологы Сергей Авдеев билдәләүенсә, ауырығандарҙың күбеһендә тән температураһының 37,5 градус булыуы күҙәтелә – был сирлеләрҙең 90 проценты өсөн хас.

Башҡа билдәләре: хәлһеҙлек, арыусанлыҡ, йүтәл, тын ҡыҫылыу, баш һәм тамаҡ ауыртыуы.

Федераль медицина-биология агентлығының баш инфекционисы Владимир Никифоров , COVID-19 менән сирләгәндә 38,5 градусҡа тиклемге температураны төшөрөргә ярамай, ә түҙергә кәрәк, тип тәҡдим итә. Коронавирусты организм ОРВИ кеүек ҡабул итә, шуға күрә уға ла ҡағиҙәләр бер үк, тигән аңлатма бирә ул.

Читайте нас: