Республика дезинфекция үҙәгенең профилактика дезинфекцияһы бүлеге мөдире Рәсимә Миңлебаева һүҙҙәренсә, зарарһыҙландырыусы эштәр башҡарғанда дүртенсе хәүефһеҙлек класына ҡараған иретмә файҙаланыла.
Ул шулай уҡ ҡалала бөтә мәғариф учреждениеларының эшкәртелеүен хәбәр итте: Совет һәм Октябрь райондарында – 40 мәктәп, Орджоникидзе һәм Калинин райондарында – 48, Дим һәм Киров райондарында – 27. Рәсимә Миңлебаева һүҙҙәренсә, кисә Ленин районында һуңғы мәктәп – 2-се лицей эшкәртелде.
Бынан алда «Башинформ» әгәр республикала коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле хәл яҡшырмаһа, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың көҙгө каникулды 4 ноябрҙән һуң оҙайтыу вариантын ҡарауын хәбәр иткәйне.