Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ноябрь 2020, 16:20

Башҡортостанда ҡотҡарыусылар балыҡ тотҡанда юғалған ике ирҙе эҙләй

4 ноябрҙә «Система-112» саҡырыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә юғалған балыҡсылар тураһында ике мөрәжәғәт килгән. Балыҡсыны Салауат районы Малаяҙ ауылында эҙләйҙәр. Бында ике дуҫ Йүрүҙән йылғаһына балыҡҡа киткән, һөҙөмтәлә уларҙың берәүһе юғалған.

4 ноябрҙә «Система-112» саҡырыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә юғалған балыҡсылар тураһында ике мөрәжәғәт килгән. Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 3 ноябрҙә Мәләүез районы Ергән ауылында бер ир Ағиҙел йылғаһына балыҡ тоторға киткән һәм ҡайтмаған.

Икенсе балыҡсыны Салауат районы Малаяҙ ауылында эҙләйҙәр. Бында ике дуҫ Йүрүҙән йылғаһына балыҡҡа киткән, һөҙөмтәлә уларҙың берәүһе юғалған.

Әле Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре һәм полицейскийҙар ике балыҡсыны эҙләй.

Читайте нас: