Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ноябрь 2020, 19:05

Пенсия ваҡытынан алда таратыла

3 ноябрҙән ағымдағы айға пенсияны һәм социаль түләүҙәрҙе таратыу башлана, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Пенсия фондының республика бүлексәһенән.

3 ноябрҙән ағымдағы айға пенсияны һәм социаль түләүҙәрҙе таратыу башлана, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Пенсия фондының республика бүлексәһенән.

Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһендә белдереүҙәренсә, 4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә таратылырға тейешле пенсия ваҡытынан алда, 3 ноябрҙә бирелә.

«Артабан аҡса билдәләнгән график буйынса таратыла. Аныҡ даталары октябрь квитанцияларында яҙылған, — тип өҫтәнеләр Пенсия фондының республика бүлексәһендә. — Банктарға аҡса тәғәйенләнгән ваҡытта — 12 ноябрҙән күсерелә. Быйыл ноябрҙә түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 18,7 миллиард һум була».

Читайте нас