– Дарыуханаларҙа ни өсөн терегөмөшлө градусниктар һатылмай?
– 2013 йылда Минаматта үткән терегөмөш буйынса конференцияла туҡһандан ашыу ил 2020 йылға тере- гөмөшлө градусниктарҙан баш тартыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Рәсәй 2014 йылда тағы 28 ил менән бергә ошо килешеүгә ҡушылды. Был конвенцияға ярашлы, донъяла үлсәү приборҙары, лампа, антисептик шыйыҡсалары, косметика сараларын етештергәндә терегөмөш ҡулланыуҙы туҡтатырға тейештәр. Был кеше һаулығы өсөн мөһим.
Шул сәбәпле дарыуханаларҙа терегөмөшлө градусниктар көндән-көн кәмей бара. Уның ҡарауы һатыуҙа электрон термометрҙар бар.
– Һатыуҙа антибиотиктар ҙа юҡ. Был мәсьәлә нисек хәл ителә?
– Антибиотиктар тик табип тәғәйенләгән рецепт буйынса ғына һатыла.
Уларҙы дарыуханаларға килтереү өлөшләтә дауам итә. Дарыу препараттарын маркировкалау операторы – Перспектив технологияларҙы үҫтереү үҙәге менән ҡыйынлыҡтар бар. Программалағы өҙөклөктәр арҡаһында дарыухана пункттары ғаризаларын ҡәнәғәтләндереүҙә тотҡарлыҡтар барлыҡҡа килде.
Шуға дарыу препараттарын мотлаҡ теркәү һәм маркировкалауҙы ваҡытлыса туҡтатырға ҡарар ителде.
Айҙар САМАТОВ әҙерләне.