Новости
1 Ноябрь 2020, 06:00

“Комсомол – беҙҙең йәшлегебеҙ”

Ошондай исем аҫтында быйыл район комсомол ойошмаһы тураһында документаль китап донъя күрҙе.

Ошондай исем аҫтында быйыл район комсомол ойошмаһы тураһында документаль китап донъя күрҙе.
Салауат районының 85 йыллығы һәм Башҡортостан комсомол ойошмаһының 100 йыллыҡ юбилейына арналған был баҫмала район комсомол ойошмаһының ҡыҫҡаса тарихы, йәштәр лидерҙарының, оҙаҡ йылдар эшләгән пионервожатыйҙарҙың биографик белешмәһе, уларҙың иҫтәлектәре, ВЛКСМ знактары менән билдәләнгән хеҙмәт алдынғылары тураһында мәҡәләләр бирелгән. Быуындар бәйләнеше лә сағылдырылған. Был документаль китап бөгөнгө йәштәр менән эшләү алымдарын һүрәтләгән мәҡәләләр менән тамамлана. Китап бер төркөм комсомол ветерандары тарафынан әҙерләнгән.
Салауат районының – 85, Башҡортостан комсомол ойошмаһының 100 йыллығына арналып, яңы сыҡҡан “Комсомол – беҙҙең йәшлегебеҙ” китабының төҙөүсе-редакторы – “Йүрүҙән” гәзитенең 2007 – 2015 йылдарҙағы мөхәррире Рәйлә ЛАТИПОВА. Ошо китап тураһында беҙ уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Был китапты сығарыу ниәте нисек килеп тыуҙы?
– Тәүҙә балалар, һуңынан ейән-ейәнсәрҙәр үҫеп еткәс, беҙҙең йәшлек фотоларын күреп: “Кемдәр улар – комсомолдар, нимә эшләне улар?” – тигәнерәк һорауҙар бирә башланы. Әлбиттә, бындай һорауҙарға бер һөйләм менән генә яуап ҡайтарып булмай. Сөнки ВЛКСМ меңәрләгән йәштәргә ҡанат ҡуйған, коллектив менән эшләргә, йәшәргә өйрәткән, илебеҙ тарихында сағыу эҙ ҡалдырған бөйөк ойошма булды. Беҙ комсомолға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ һәм дәртле йәшлек йылдарын әле лә һағынып иҫкә алабыҙ. Бөгөн иһә комсомол, пионер, октябрят та булмаған балаларға, йәштәргә был ойошмаларҙың тәрбиәүи эше тураһында берәй баҫма аша аңлатырға кәрәк, тигән уй килде. Был идеяны “Салауат ерендә” редакция-нәшриәт комплексы директоры Илгиз Әхмәтйәнов хуплап, мотлаҡ район комсомол ойошмаһы тарихы тураһында китап әҙерләргә тәҡдим итте, уға ярҙамы өсөн рәхмәтлебеҙ.
– Китапты сығарыуҙа тағы кемдәр булышлыҡ итте?
– Был йыйынтыҡ – берҙәм коллективтың ижад емеше. Редакция хеҙмәткәрҙәре ярҙамынан башҡа уның осона сығып булмаҫ ине. Был материалдарҙы компь­ютерҙа йыйыусы Зилә Вәлиеваға, китап форма­һына килтереп макетҡа ярашлы версткалаусы үҙ эше оҫтаһы Эльвира Ғәләеваға, электрон почта менән даими эшләүсе Лилиә Рамазановаға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Сағыу итеп тышҡы биттең дизайнын эшләүсе Ринат Шамилов та маҡтауға лайыҡ. Өфө ҡалаһында “Башҡорт энциклопедияһы” нәшриәте директоры урынбаҫары Клара Әһлиуллинаның да ярҙамы ҙур булды. Ул китапты нәшриәт талаптарына ярарлыҡ итеп макетланы.
Район гәзиттәренә комсомол тарихы тураһында китап сығарыу өсөн материалдар кәрәклеге тураһында иғлан бирҙек. Үҙҙәренең иҫтәлектәрен, биографик белешмәләрен яҙып, ғаилә архивынан фотолар ебәргән комсомол ветерандарына ла ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Дөйөм көс менән эшләнгән ижади эш эстәлекле документаль китап булып быйыл Түбәнге Новгородта баҫылып сыҡты.
– Ул бөгөн һатыуҙа бармы?
– Ҡыҙғанысҡа күрә, юҡ, тиражы 150 дана ғына. Ләкин, шуныһы ҡыуаныслы, һәр ауыл китапханаһында был китап бар. Ошо китаптағы ерле материалдарҙы уҡытыусылар, тәрбиәселәр үҙ эштәрендә ҡулланыр, тип өмөт итәбеҙ.
– Комсомол ветерандарына, йәштәргә ниндәй теләктәр еткерер инегеҙ?
– Элекке ВЛКСМ ағзаларын Башҡортостан ком­сомолының 100 йыллыҡ юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ, ныҡлы сәләмәтлек менән, йәшлек дәртен һүндермәйсә, әүҙем тормош алып барыуҙарын теләйбеҙ.
Йәштәр иһә, үҙ ҡабырсағына бикләнмәйсә, татыу, берҙәм булып, төплө белем, яҡшы тәрбиә алып, илебеҙҙе, республикабыҙҙы, районыбыҙҙы үҫтереүгә үҙ өлөштәрен индерер, тип ышанабыҙ.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!
Айҙар НОҒАМАНОВ әңгәмәләште.
Читайте нас