Өфө хакимиәте комплекс төҙөү өсөн участканы ҡуртымға бирә. Мәғлүмәт Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре идаралығы сайтында баҫылған.
Элеватор урамындағы участкала («Мега» сауҙа-күңел асыу үҙәгенән алыҫ түгел) күп функциялы күңел асыу комплексы төҙөлә. Участканың майҙаны — 7 916 квадрат метр.
Хәбәр ителеүенсә, участканы файҙаланыу төрө — эшҡыуарлыҡ. Күп функциялы комплекстың проектында ҡунаҡхана һәм ресторан да бар. Ерҙе ҡуртымға биреү ваҡыты – 32 ай.
Ҡуртым килешеүен төҙөү хоҡуғы шунда уҡ бирелә. Йыл һайын түләй торған ҡуртым хаҡының башланғыс күләме – 2,51 миллион һум.
Аукцион 27 ноябрҙә була, һатыулашыуҙа ҡатнашыуға ғаризалар 23 ноябргә тиклем ҡабул ителә.