Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Октябрь 2020, 11:00

Берҙәм һалым түләүе – уңайлы!

Физик кешеләргә милек һалымын һәм НДФЛ түләүен еңеләйтеү өсөн уңайлы механизм булдырылды – физик шәхестең берҙәм һалым түләүе (ЕНП).Аванс янсығын берҙәм һалым түләүе менән тулыландырыуҙың граждандар өсөн өҫтөнлөктәре бар:

Физик кешеләргә милек һалымын һәм НДФЛ түләүен еңеләйтеү өсөн уңайлы механизм булдырылды – физик шәхестең берҙәм һалым түләүе (ЕНП).
Аванс янсығын берҙәм һалым түләүе менән тулыландырыуҙың граждандар өсөн өҫтөнлөктәре бар:
*ваҡытында түләнмәгән һалымдар өсөн пеня артыу, түләү ваҡыты үтеү хәүефен кәметә;
*түләү документтарын тултырыу өсөн ваҡытты аҙ алыуы;
*түләү документын тултырыуҙа мөмкин булған хаталарҙы кәметеү.
Шулай аванс янсығын тулыландырып, берҙәм түләүҙе һалым түләүсе үҙе лә, уның өсөн башҡа кеше лә башҡара ала.
Уны түбәндәгесә эшләргә мөмкин:
*“Физик шәхестәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты” интернет-сервисы аша;
*“Физик шәхестәргә һалымдар, страховка иғәнәләрен түләү” хеҙмәте ярҙамында онлайн түләү йәки квитанцияны тултырып, банкта түләү юлы менән.
Милеккә һалым түләү ваҡыты етһә, һалым органы күскән аҡсаны үҙе аласаҡ. Тәү сиратта бурыстарға алынасаҡ. Ҡабул ителгән ҡарар һалым түләүсегә еткереләсәк. Шулай уҡ бөтә мәғлүмәт “Физик шәхестәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинетында” сағыласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, милек һалымдарын 1 декабргә тиклем түләргә кәрәк.
Рәшит ӘХМӘТОВ,
Рәсәй Федераль Һалым хеҙмәтенең БР буйынса 2-се район-ара инспекцияһы начальнигы урынбаҫары.
Читайте нас: