Салауат районының мәғариф өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләп, ҙур тәжрибә туплаған педагогтарҙы тантаналы шарттарҙа, хөрмәтләп хаҡлы ялға оҙаттылар. Был уҡытыусылар һәм тәрбиәселәрҙең һөнәри байрамында йыл һайын уҙғарылған матур йола ул.
Бөтәһе быйыл 10 уҡытыусы һәм 1 тәрбиәсе хаҡлы ялға сыҡты. Сараға уларҙың бишәүһе: Арҡауыл урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Рәйлә Миржан ҡыҙы Ғайнанова, Йыланыш төп мәктәбенең физика һәм математика уҡытыусыһы Вера Васильевна Пономарева, Лаҡлы урта мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Адик Әҙип улы Ниғмәтйәнов, Мөрсәлим урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Минзилә Ғабдрафиҡ ҡыҙы Ҡорбанғәлиева һәм Нәсибаш балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ира Ямалетдин ҡыҙы Ғайнанова килгәйне (һүрәттә).
Район мәғариф хеҙмәткәрҙәренең профсоюз ойошмаһы рәйесе Элеонора Бәҙретдинова уларға изге теләктәрен еткереп, бүләк сертификаттары тапшырҙы. Педагогик хеҙмәт ветерандары сафын тулыландырыусы мөғәллимдәрҙең барыһын да әүҙем профсоюз ағзалары булыуын билдәләне ул.
Быйыл шулай уҡ Первомайский төп мәктәбенең физика һәм математика уҡытыусыһы Амур Сәғит улы Фәссәхов, биология һәм химия уҡытыусыһы Диләфрүз Хәйрислам ҡыҙы Иҡсанова, Торналы урта мәктәбенең биология һәм химия уҡытыусыһы Мәрйәм Мулләхмәт ҡыҙы Ҡадирова, Малаяҙ башҡорт гимназияһының физик культура уҡытыусыһы Илмир Наздах улы Шәйхуллин, химия уҡытыусыһы Лариса Васильевна Миһранова һәм география уҡытыусыһы Люциә Бәхти ҡыҙы Абдразаҡова ла хаҡлы ялға сыҡты. 35-45-әр йыл хеҙмәт стажына эйә абруйлы уҡытыусыларҙың исемдәре райондаштарға яҡшы таныш, һәм улар бер нисә быуын йәштәрҙе тәрбиәләп сығарған.