Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Октябрь 2020, 11:00

Бер аҙна – ҡағыҙһыҙ

Башҡортостанда 26 октябрҙән 15 ноябргә тиклем “ҡағыҙһыҙ аҙна” экологик акцияһы үтә.

Башҡортостанда 26 октябрҙән 15 ноябргә тиклем “ҡағыҙһыҙ аҙна” экологик акцияһы үтә.
Власть органдарын, коммуналь хужалыҡтарҙы, уҡыу йорттарын, кесе һәм эре эшҡыуарҙарҙы ошо мөһим сарала ҡатнашырға саҡыралар. Акцияны башлап ойоштороусылар – БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, “Йәшел Башҡортостан” төбәк йәмәғәт ойошмаһы. Сара урманды һаҡлау өсөн ҡағыҙҙы аҙ сарыф итеүгә өндәү маҡсатында уҙғарыла. Мәҫәлән, бер йыл ҡулланылған офис ҡағыҙы өсөн 768 миллион ағасты киҫеү талап ителә. Бер төп ағастан 12500 бит офис ҡағыҙы сыға. Бер хеҙмәткәр уртаса алғанда йылына яҡынса 160 кг ҡағыҙ ҡалдығы “етештерә”. Ҡағыҙ документтарҙың 45 проценты тәүлек эсендә ташлана. Һуңғы 20 йылда ҡағыҙ сығымы 26 процентҡа артҡан. 1,5 йыл эсендә ойошма документ әйләнешен электрон төрҙә башҡарып, яҡынса 12 млн. бит ҡағыҙҙы экономиялай ала – был яҡынса 1200 ағас. Акция ярыш рәүешендә үтә, һәр номинация буйынса бүләкләү ҡаралған. Унда ҡатнашыу өсөн үҙ өлгөңдө социаль селтәрҙәргә #ДеньБезБумаги хештегы менән һалырға мөмкин.
Читайте нас: