Ел төньяҡ-көнбайыштан, йүнәлешен көньяҡҡа үҙгәртеп, талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә аяҙытҡанда -12, көндөҙ 0, +5 градус.
Шәмбе, 24 октябрҙә, республикала епшек ҡар, ямғыр яуыуы, төндә урыны менән сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, боҙлауыҡ, юлдарҙың айырым участкаларында тайғаҡ булыуы фаразлана. Ел көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 0-дән -5-кә тиклем, көндөҙ +4, +9 градус.
Йәкшәмбе, 25 октябрҙә, бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0, +5, көндөҙ +6, +11 градус була.