Новости
21 Октября 2020, 07:35

Боҙлауыҡ һәм ҡар ҡатыш ямғыр фаразлана

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 21 октябрҙә бер аҙ ямғыр, урыны менән ҡар ҡатыш ямғыр фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көслө. Һауа температураһы көндөҙ +2, +7 градус.Кесаҙна, 22 октябрҙә, бер аҙ епшек ҡар, төндә һәм иртән юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ, көнсығыш райондарҙа ваҡытлыса ҡар ятыуы көтөлә.

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 21 октябрҙә бер аҙ ямғыр, урыны менән ҡар ҡатыш ямғыр фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көслө. Һауа температураһы көндөҙ +2, +7 градус.

Кесаҙна, 22 октябрҙә, бер аҙ епшек ҡар, төндә һәм иртән юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ, көнсығыш райондарҙа ваҡытлыса ҡар ятыуы көтөлә.

Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0-дән -5 градусҡаса, аяҙытҡанда -10-ға хәтлем, көндөҙ -1,+4 градус.

Йома, 23 октябрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар, көндөҙ ҡар ҡатыш ямғыр яуа, төндә һәм иртән юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, йүнәлешен көньяҡ-көнбайышҡа үҙгәртеп, талғын. Һауа температураһы төндә -2, -7 градус, аяҙытҡанда -12-гә тиклем, көндөҙ 0, +5 градус.

Читайте нас