Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Октябрь 2020, 18:15

Өфөлә полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтхановҡа һәйкәл асылды

Бөгөн Өфөнөң мосолмандар зыяратында полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтхановтың бюсын асыу тантанаһы уҙҙы.

Бөгөн Өфөнөң мосолмандар зыяратында полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтхановтың бюсын асыу тантанаһы уҙҙы.

Башҡортостандың данлы улы енәйәтте тикшереү бүлеге оперуполномоченныйынан алып Эске эштәр министрлығының республика идаралығы етәксеһенә тиклем юл үткән. Күп йылдар Башҡортостанда Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһын һәм йәмәғәт хәүефһеҙлеге милицияһын етәкләгән, кеше үлтереүселәрҙе, бурҙарҙы һәм башҡа хәүефле енәйәтселәрҙе эҙләгән. 2018 йылдың октябрендә Артур Фәрүәз улы тыуған республикаһына ҡайтып, барлыҡ көс структураларының эше өсөн яуаплы булған вице-премьер вазифаһында эшләй башланы. 2019 йылдың майында оҙайлы һәм ауыр сирҙән һуң донъя ҡуйҙы.

«Ваҡыт уҙа, фекерҙәшебеҙ һәм дуҫыбыҙ, Башҡортостан һәм Рәсә
Читайте нас: