Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Октябрь 2020, 13:00

Полковник Михаил Блажевич Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары итеп тәғәйенләнде

Рәсәй Федерацияһының оборона министры бойороғо менән полковник Михаил Блажевич Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары итеп тәғәйенләнде, тип хәбәр иттеләр республиканың Хәрби комиссариатынан. Ошо вазифала эшләгән Игорь Харченко менән килешеү 1 августа ғәмәлдән сығарылды.

Белешмә

Михаил Александрович 1975 йылдың 21 майында Киев ҡалаһында тыуған. 1996 йылда – Санкт-Петербург юғары зенит ракета команда училищеһын, 2006 йылда Смоленскиҙа Хәрби академия нытамамлай. Себер, Мәскәү, Төньяҡ Кавказ, Үҙәк хәрби округы биләмәһендә хәрби хеҙмәтен үтәй. 2016 йылдың авгусынан 2020 йылдың сентябренә тиклем – Көньяҡ хәрби округында 67-се зенит ракета бригадаһы командиры. Төрлө миҙалдар менән бүләкләнгән.

Читайте нас: