Ә был һүрәтте Өфөләге билдәле рәссам Артур Мөзипов һынландырған. Ошо эскизды эшләү, һүрәт төшөрөү һәм уны буяу өсөн көн ярым ваҡыт һәм ун литр буяу сарыф ителгән. Был матурлыҡты күрергә теләгәндәр өсөн бинаның адресы: Өфө ҡалаһы, Гагарин урамы, 24/3-сө йорт.
Әйткәндәй, “Өфө-Алиса” гандбол клубы 1996 йылда спорт мәктәбе нигеҙендә барлдыҡҡа килгән һәм Рәсәйҙең беренсе лигаһынан юғары дивизионға тиклем араны үткән. Команда өс тапҡыр Рәсәйҙең юғары лига командалары араһында гандбол буйынса бронза миҙалға лайыҡ булған.
Ә үрҙә әйтелгән арт-объект ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” проекты ярҙамында мөмкин булды.