Новости
3 Октябрь 2020, 06:00

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу: ҡасан үтәсәк, нисегерәк буласаҡ?

План буйынса Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 2020 йылдың октябрендә үтергә тейеш ине. Үткән халыҡ иҫәбе 2010 йылда булһа, закон буйынса ул ун йылға бер үткәрелергә тейеш. Әммә, коронавирус пандемияһы арҡаһында, переписте ярты йылға һуңыраҡҡа күсерҙеләр. Шулай итеп, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 2021 йылдың 1 апреленән 30 апреленә тиклем уҙасаҡ.

План буйынса Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 2020 йылдың октябрендә үтергә тейеш ине. Үткән халыҡ иҫәбе 2010 йылда булһа, закон буйынса ул ун йылға бер үткәрелергә тейеш.
Әммә, коронавирус пандемияһы арҡаһында, переписте ярты йылға һуңыраҡҡа күсерҙеләр. Шулай итеп, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 2021 йылдың 1 апреленән 30 апреленә тиклем уҙасаҡ.
2021 йылда илебеҙҙә үтәсәк халыҡ иҫәбен алыу тәүләп һанлы буласаҡ, йәғни яңы технологиялар бар этапта ла файҙаланыласаҡ.
Торлаҡ йорттарҙы йөрөп сыҡҡанда, иҫәпселәр махсус программалы электрон планшеттар ҡулланасаҡ. Был ҡоролмалар оператив рәүештә мәғлүмәтте яҙып, уны эшкәртеүгә булышлыҡ итәсәк – переписчиктарҙың ауыр сумкалары, ҡағыҙ анкеталары үткәндә ҡала. Ҡағыҙ анкеталарға ҡарағанда планшеттарҙа эшләүе еңел, ваҡыт та аҙ сарыф ителә, финанс сығымдар ҙа кәмей. Планшет ярҙамында алынған “цифрлы” мәғлүмәттәр Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу берҙәм системаһына һаҡланған каналдар буйынса ебәреләсәк.
Төп яңы үҙгәрештәрҙең береһе – халыҡ иҫәбендә онлайн ҡатнашырға була. Перепись һорауҙарын “Дәүләт хеҙмәте” (Gosuslugi.ru) порталына инеп тә һорауҙарға яуап бирергә мөмкин. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, Рәсәй халҡының күпселеге пандемия арҡаһында перепистә ҡатнашыуҙың дистанцион вариантын һайлай.
Бөтә ошо һанлы яңы технологиялар халыҡ иҫәбен алыуҙы яңы кимәлгә сығара. Мәғлүмәтте индереү тиҙәйә, хаталар ҙа кәмей һәм ваҡыт та күп талап ителмәй. Перепистең йомғаҡтары киләһе йылға уҡ билдәле буласаҡ, элек бының өсөн бер нисә йыл үтер ине. Халыҡ иҫәбен алыу яҡшыра һәм уңайлыға әйләнә бара.
Читайте нас