Новости
2 Октября 2020, 09:00

Терминология хеҙмәте йәнә эш башлай

Терминология мәсьәләләре менән ғалимдар һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре шөғөлләнәсәк.

Терминология мәсьәләләре менән ғалимдар һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре шөғөлләнәсәк.
Башҡортостанда терминология мәсьәләләре менән республиканың билдәле ғалимдары, шулай уҡ киң мәғлүмәт саралары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре шөғөлләнә башлай. Терминология хеҙмәтен йәнә филология фәндәре докторы, профессор Миңһылыу Усманова етәкләй.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәтендә ошо мәсьәлә тикшерелде.
Терминология хеҙмәте социаль селтәрҙә әүҙем эш алып бара. «Алтаҡта», «Дөрөҫ алтаҡта» чаттарында методик ярҙам күрһәтелә, унда тотош республиканан дөрөҫ яҙылмаған алтаҡталарҙың фотоһүрәттәре ебәрелә.
Ултырышта Терминология хеҙмәтенең артабанғы эш йүнәлештәре билдәләнде.
Читайте нас