Новости
30 Сентября 2020, 06:05

Первомайскийға һыу үткәрелә

Ауылда әле төҙөлөш эштәре бара. Һыу селтәре "Ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше" программаһына ярашлы эшләнә.

Ауылда әле төҙөлөш эштәре бара. Һыу селтәре "Ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше" программаһына ярашлы эшләнә.
Һыу мәсьәләһе Первомайский ауылы халҡын ун йылдан ашыу борсоған. Ундағы торбалар күптән инде иҫкереп, рәттән сыҡҡан булған. Программаға былтыр кереп ҡалғандар. Бөгөн иһә ауыл урамдарына 11 километр оҙонлоғонда торбалар һалынған.
Эште подрядсы ойошма “Төҙөүсе” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алып бара. Траншеялар ҡаҙылған, ауыл буйлап торбалар һуҙылған, тимер-бетондан ҡоҙоҡтар ҡуйылған. Төҙөлөштөң ноябргә тиклем тамамланыуы күҙаллана. Унан һуң инде ауылда йәшәгән 600 кеше сифатлы һәм өҙөклөкһөҙ һыу менән тәьмин ителәсәк.
Читайте нас